Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.09.11

Гәзитебеҙгә - 10 йыл!

Нефтекама ҡалаһында тәүге һәм бөгөнгө көндә берҙән-бер башҡорт телендә гәзит сыға башлауға 10 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.

Нәҡ 2001 йылдың сентябрь айында “Нефтекама яңылыҡтары” исеме аҫтында баҫманың беренсе һаны донъя күрә. Уның биттәрендә ҡаланың иҡтисади, мәҙәни, ижтимағи тормошо сағылдырыла, ойошма, предприятие, уҡыу йорттары һәм, әлбиттә, эшсән, талантлы кешеләре тураһында мәҡәләләр, очерктар баҫыла башлай. Башҡорт халҡының көнкүрешен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап ҡалыу, киләсәк быуынға еткереүҙә, туған телебеҙҙе тәрәнерәк өйрәнеүҙә баҫма баһалап бөткөһөҙ. “Нефтекама яңылыҡтары”н  гәзит  талаптарына яуап бирерлек кимәлгә күтәреүҙә уның тәүге мөхәррире Марат Моратов ҙурөлөш индерә.

2007 йылдан алып “Нефтекама яңылыҡтары”ҡаланың “Красное знамя” ижтимағи-сәйәси гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ сыға башланы. Гәзит яңы бер үҫеш баҫҡысына үрләне, тиһәк тә була. Баҫма булараҡ уға яҙылыу кампанияһы ойошторолдо. Ә инде шул уҡ йылдың апрель айынан “Кама тулҡындары” исеме менән баҫыла башланы.

2011 йылдан “Кама тулҡындары” айына ике тапҡыр донъя күрә. Был иһә беҙҙең өсөн тағы ла бер баҫҡысҡа үрләү. Әммә яуаплылыҡ та артты, талаптар ҙа башҡараҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл итәһе һәм борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. шулар араһында иң күңелде ҡырғаны - гәзиттең тиражы күпкә кәмеүе. Милләттәштәребеҙҙең был мәсьәләгә битараф булыуын бер нисек тә аңлатып булмай, беҙҙеңсә. Шуға ла гәзит уҡыусыларыбыҙҙы, телебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемде әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ.

“Кама тулҡындары”ныңһеҙҙең яҡын дуҫығыҙ, фекерҙәшегеҙ булыуын теләйбеҙ. Онотмағыҙ, гәзит артабан йәшәһен, камиллашһын, үҫһен өсөн һеҙҙең фекерегеҙ мөһим.

 

Ризәлә ШӘЙХИНУРОВА, “Кама тулҡындары” гәзитенең сығарыусы мөхәррире

{podcenter}