Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.09.11

Хөрмәтле нефтекамалар!

Ихлас күңелдән Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Был байрам һәр кем өсөн дә мөһим. Ул беҙгә атай-әсәйҙәребеҙҙең, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың һөйөүе, хәстәрлеге, яҡшылыҡтары һәм кешелеклелеге өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы һәм хөрмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек бирә. Беҙ – йәмғиәт, дәүләт, ғаилә - оло йәштәгеләрҙең тормошо камил һәм уңайлы булһын, уларҙың тәжрибәһе, аҡылы, кешелеклелеге йәмғиәтебеҙгә кәрәклеген тойоп йәшәһен өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тейешбеҙ.

Ысын йөрәктән Һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең, байрам көнөндә таҙалыҡ-һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һеҙгә бәхет, шатлыҡ һәм именлек!

В.Громов, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Д.Крюков, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе.

{podcenter}