Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.09.11

Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы башлана

Ҡалабыҙҙа, ғәҙәттәгесә октябрь айында, Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы үтә. Айлыҡ сиктәрендә Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Урал” милли-мәҙәни үҙәге филиалы ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төрлө осрашыуҙар, конкурстар, концерттар үткәрә, күргәҙмәләр, осрашыуҙар һәм башҡа байрам саралары ойоштора.

Мәктәп һәм уҡыу йорттарында Республика көнөнә һәм Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған иншалар, М.Кәрим ижадына арналған шиғри конкурстар, “Башҡортостан – тыуған төйәгем”, “Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы”, “Башҡортостан дуҫлыҡ иле”  исемле класс сәғәттәре, “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” уҡыусылар конференцияһы, “Ошо ерҙән, ошо тупраҡтан беҙ”, “Башҡортостан кисә һәм бөгөн” тематик саралар, “Үҙеңдең тыуған яғыңды беләһеңме?” викторинаһы һәм башҡа телебеҙҙе үҫтереүгә, камиллаштырыуға һәм милли-мәҙәни мираҫыбыҙҙы таратыуға йүнәлтелгән саралар теҙмәһе үткәреү күҙаллана.

Ҡала китапханаларында башҡорт яҙыусыларының ижады һәм тормош юлына арналған күргәҙмәләр, яңы баҫылып сыҡҡан китаптарҙы презентациялау ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ айлыҡ сиктәрендә Нефтекама дәүләт филармонияһының сираттағы ижад миҙгелен асыу, Шәжәрә байрамы, “Кама тулҡындары” гәзитенең 10 йыллығына арналған байрам саралары ла үтәсәк.

Байрамдан ситтә ҡалмағыҙ, рәхим итегеҙ!

Ризәлә Шәйхинурова.

{podcenter}