Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.10.11

Ил буйлап сәйәхәткә!

Раушания Вәлинурова

Нефтекама ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре октябрь айынан оло йәштәге кешеләргә социаль туризм һәм ҡайһыбер йүнәлештәр буйынса ташламалы путевкалар менән ял итергә барыу мөмкинлеге тураһында аңлатма эштәре алып бара.

Бөгөнгө көнгә 76 путевка бирелгән дә инде. Уларҙан тыш ағымдағы йылда тағы ла 8 генә кеше ял итә аласаҡ. Пенсия йәшендәгеләр башлыса республика буйынса сәйәхәт ҡылыуҙы өҫтөн күрә, ә бына сит илдәргә, күрше төбәктәргә сығырға баҙнат итеүселәр бик аҙ.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Флорида Имаева әйтеүенсә, Нефтекамала социаль туризм программаһы буйынса ял итергә теләүселәр бик күп. “Был программа буйынса пенсиялағы кеше путевка хаҡының 30 процентын ғына үҙе түләй, – тип аңлата Флорида Имаева, – ҡалған 70 проценты республика ҡаҙнаһынан түләнә. Путевкалар сират буйынса бирелә, пенсионерҙың ташламалары, башҡа өҫтөнлөктәре иҫәпкә алынмай.

Социаль туризм программаһы буйынса путевка алыуға сиратҡа баҫыр өсөн пенсионерҙан тейешле ғариза, шәхси мәғлүмәттәре, пропискаһы, пенсия таныҡлығы һәм кәрәкле сумманың 30 проценты ғына талап ителә. Ҡалғанын хеҙмәт һәм социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм туроператорҙар ҡайғырта.

Бер ниндәй табип тикшереүе лә кәрәкмәй. Шулай ҙа хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙарҙы көстәрен дөрөҫбаһаларға, һаулыҡтарына ҡарап ял итеү урынын һәм шарттарын һайларға кәңәш итә. Был программаның киләһе йылда эшләйәсәкме юҡмы икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Әммә акция уңышлы үтһә, уны тағы ла кәмендә бер йылға оҙайтасаҡтартигән мәғлүмәт бар.

 

{podcenter}