Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.10.11

Фәһемле осрашыу

12 октябрь көндө Башҡорт гимназия-интернатында республикабыҙҙың үҙәк баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре гәзит уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе. Сараға гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, яҙыусы Хәсән Назар, арҙаҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов килгәйне. Ҡунаҡтарҙың сығышы, фекер алышыуҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәнле, фәһемле орсашыу үтте.

Шулай уҡ фойела периодик баҫмаларға яҙылыу ойошторолдо.

Әйткәндәй, 13 октябрҙән 23 октябргә тиклем «Рәсәй почтаһы» Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үткәрә. Был сара һеҙҙең һәр берегеҙгә күңелегеҙгә ятҡан баҫмаға ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирә.

Р.Шәйхинурова.

{podcenter}