Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.10.11

Фатирлы булдылар

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған үҫмерҙәргә дәүләт ярҙамы сиктәрендә ағымдағы йылда Нефтекамаға республика ҡаҙнаһынан 4 миллион 300 мең, ә ҡала бюджетынан - 2,5 миллион һум аҡса бүленгән. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте был аҡсаларға фатир алыуҙы планлаштыра.

Ниһайәт, октябрҙең тәүге көндәрендә ҡала хакимиәте башлығы В.Громов ике бүлмәле фатирҙың асҡысын тантаналы шарттарҙа Ершов-Шәйхетдиновтар – Ирина, Дмитрий, Игорь, ғаиләһенә тапшырҙы. Апайлы-ҡустылы Ершов-Шәйхетдиновтар кисергән ауырлыҡтарҙан һуң бындай бүләккә бик шат һәм ярҙам итеүселәргә рәхмәтле. Тағы ла биш бер бүлмәле фатирҙың асҡыстарын етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған баларға биреү ҡаралған.

{podcenter}