Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.10.11

Ниһайәт, туҡталыш исемен аҡлаясаҡ

Раушания Вәлинурова

Бер ай элек кенә «Нефтекама-пассажирский» станцияһында рельстарҙан башҡа бер нимә лә юҡ ине. Бөгөн иһә йыһазландырылған  платформа, поездар расписаниеһы менән стенд, түбәлек бар.

Ошо көндәрҙә пассажирҙар ташыусы “Берҙәмлек” (“Содружество”) асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре тимер юл станцияһының яңыртылған перронын ҡарап сыҡтылар. Улар башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәт ҡалды. Нефтекамалағы тимер юл учаскаһын үҫтереүбуйынса эш әүҙем бара. Ҡазан пассажирҙарташыу компанияһы Нефтекама станцияһы менән осраҡлы ҡыҙыҡһынмай. Быйыл улар менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төбәктәге ҡала яны маршруттары йүнәлештәрен үҫтереү буйынса килешеүт өҙөлгән. Ҡаҙан тимер юлсылары бына инде ике йыл буйына илебеҙҙең Европа өлөшөндәге бөтәҡала яны йүнәлештәре буйынса уңышлы эшләй. Тәжрибәле компания вәкилдәре Нефтекама станцияһыныңда перспективаһы бар тиҙәр.

Шулай уҡ алыҫтараҡ урынлашҡан йүнәлештәр ҙә ҡарала. Мәҫәлән, Ижевск, Мәскәү. Бәлки киләһе йылда Нефтекаманан Рәсәйҙеңбаш ҡалаһына поездар йүнәлер. Ҡала хакимиәте һәм пассажирҙар компанияһы вәкилдәре Рәсәй транспорт министрлығына был эште башлауға ризалыҡ һорап хат әҙерләй. Әлегә иһә берҙәм көс менән Нефтекама станцияһы тәртипкә килтерелә.

Нефтекаманан Ижевскийға, Мәскәүгә һәм башҡа ҡалаларға поездар йөрөйәсәкме юҡмы икәнлеге беҙҙең ҡала һорау баҙарын тикшергәндән һуң билдәле буласаҡ.

Ниһайәт, “Тимер юл вокзалы” туҡталышы исемен аҡлаясаҡ  тигән  өмөт бар.

Мәғлүмәт

“Берҙәмлек” (“Содружество”)асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2011 йылдың май айында Татарстан һәм Удмуртияла ҡала яны маршруттарында пассажирҙар ташыу өсөн ойошторола.

Бөгөнгө көндә Рәсәй Федерацияһының тимер юлдарында 11 компания ҡала яны маршруттарында пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә. “Берҙәмлек” (“Содружество”) менән берлектә Нижегородка һәм Киров өлкәләрендә, Пермь крайында ойошмалар был йүнәлештә эш алып бара.

{podcenter}