Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.10.11

Социаль яҡлау

Газ һәм һыу иҫәпләү приборҙары ҡуйҙыртыуға компенсация кемдәргә ҡағыла?

18 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең  “2011-2013 йылдарҙа һыу һәм газ иҫәпләү приборҙарын ҡуйҙырған осраҡта айырым категория граждандарына бер тапҡыр аҡсалата компенсация биреү тәртибе тураһында”ғы ҡарары донъя күрҙе.

Республикала ошо маҡсатҡа 30 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт ярҙамы менән газ һәм электр энергияһы приборҙарын ҡуйҙырыуға пенсионерҙарҙың бер өлөшө генә иҫәп тота ала. Асыҡлабыраҡәйткәндә, Федераль ҡаҙнанан социаль өҫтәмә алыусылар ғына (55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙһәм 60-тан уҙған ир-ат) дәғүә итеүе мөмкин. Төбәгебеҙҙә ундайҙарҙың һаны 90 мең самаһы. Социаль өҫтәмә пенсияһы йәшәү минимумынан кәмерәк булған пенсионерҙарға бирелә. Әле республикала йәшәү минимумы пенсионерҙар өсөн 4571 һум күләмендә билдәләнгән. Өҫтәмә аҡса пенсионерҙың ғаризаһы буйынса тәғәйенләнә. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ә бына газ һәм һыу иҫәпләү приборҙары ҡуйҙыртыуға компенсация алыу өсөн документтарҙы йәшәгән урын буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына тапшырыу мотлаҡ (Ленин урамы, 22–се йорт).

Ҡыҫҡаһы, иҫәпләү приборҙарын үҙ аҡсаңа һатып алып ҡуйҙырғас ҡына сығымдың бер өлөшө ҡайтарыла. Компенсация приборҙар хаҡының 30 проценты һәм уны ҡуйҙырған хаҡтың 30 проценты күләмендә түләнә. Сумма банктағы иҫәпкә күсерелә, ләкин ул 2865 һумдан артырға тейеш түгел.

Шуға ла иғтибар итегеҙ: сығым 2011 йылдың 1 ғинуарынан ҡуйҙыртылған иҫәпләү приборҙары өсөн генә ҡайтарыла.

Дәүләт Думаһы депутаттары һыу иҫәпләүсе приборҙы ҡуйҙыртыу ваҡытын — 2012 йылдың 1 июленә, газдыҡын 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтты.  Әгәр иҫәпләү приборҙары ошо ваҡытҡа тиклем ҡуйылмаһа, мәжбүри урынлаштырыласаҡ. Ул саҡта фатир хужаларынан хеҙмәттәр өсөн юғарыраҡхаҡалынасаҡ.

Р.Шәйхинурова әҙерләне.

{podcenter}