Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.06.09

“Люкс” матурлыҡ салоны

“Люкс” матурлыҡ салоны сығыш яһаны “Иң яҡшы бөҙрәхана” номинацияһында 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.
 
3-нән 6 июнгә тиклем Өфө ҡалаһында сәс алыу һәм биҙәү оҫталығы буйынса “Алтын тараҡ” тип исемләнгән асыҡ фестиваль уҙҙы. Был фестивалдә Башҡортостандың алдынғы матурлыҡ һәм бөҙрахана салондары иң яҡшылар исеменә көрәште. Нефтекама ҡалаһы исеменән был бәйгелә “Люкс” матурлыҡ салоны сығыш яһаны.
 Фәйрүзә Томилова үҙен кешеләрҙә матурлыҡ, нәфислек будырыу өсөн тыуған кеше тип һанай. 25 йыл Матурлыҡ салонында эшләү дәүерендә, косметолог үҙ эшенең серҙәренә төшөнөп өлгөргән. Күңеленә яҡын, яратып башҡарған эше өсөн Фәйрүзә Ғатуф ҡыҙы гел маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнеп тора. ”Алтын тараҡ” фестивәлендә ҡатнашыу тәҡдимен иһә ҡаланың алдынғы белегесе булараҡ танылған косметолог икеләнеп тормай ҡабул итә.Сөнки бындай төр бәйгеләрәҙә ул етәкләгән салон беренсе тапҡыр ғына көс һынамай.
 “Люкс” матурлыҡ салонының етәксеһе булараҡ Фәйрүзә Ғатуф ҡыҙы фестивәлгә үҙенең , шулай уҡ салон хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡарылған эштәрҙең иң яҡшыларын бер альбомға туплап алып бара. Жюри ағзалары салондың белгестәренең эшен юғары баһалай. “Алтын тараҡ” фестивәлендә ҡатнашыусы республиканың 50 матурлыҡ һәм бөҙрәхана салондары араһында “Иң яҡшы бөҙрәхана” номинацияһында 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ була.

Фәйрүзә Тоимлова Республика кимәлендә иң яҡшылар рәтенә инеүе менән туҡталып ҡалырға уйламай. Артабан да был өлкәлә салон белегестәренең белемдәрен камиллаштырыуға, эштәренең сифатын арттырыуға йүнәлтелгән сараларҙа ҡатнашыу планын алдына ҡуйған.

{podcenter}