Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.06.09

Башҡортостандың иң яҡшы донорҙары Нефтекамала йәшәй

Күптән түгел баш ҡалала “Башҡортостан республикаһының иң яҡшы доноры” конкурсы үтте. Был сарала беҙҙең ҡаланан өс ҡан биреүсе ҡатнашты. Уларҙың икеһе - Дмитрий Мошура һәм Альберт Ғиҙҙәтүллин республиканың иң яҡшы донорҙары исеменә лайыҡ булды.
Республиканың иң яҡшы донорҙарҙарының береһе- Альберт Ғиззәтүллин . Ул   тәү тапҡыр ҡанын  18 йәшендә тапшыра. Сөнки медицина юлын һайлаған йәш студентҡа үҙ күҙҙәре менән ауыр хәлдә ятҡан, ҡанға мохтаж булған ауырыуҙарҙы күрергә тура килә. Һәм ул был күренешкә битараф ҡала алмай.
Альберт Хәбибнур улы балалар табыу йортонда акушер-гинеколог булып эшләй.  1998-се йылда ул Рәсәйҙең почетлы доноры исеменә лайыҡ була. Бөгөнгө көнгә  табиб 194 тапҡыр ҡан һәм плазма тапшырған. Дөйөм алғанда донор мохтаж булғандар менән 20 литр ҡаны һәм 64 литр плазмаһы менән уртаҡлашҡан.
Альберт Ғиззәтүллин кеүек кешеләр ҡалабыҙҙа аҙ түгел. Нефтекамала почетлы донорҙарҙың һаны 200-ән ашыу.

Шуны ла әйтергә кәрәк, әгәр ҙә элек  донорҙарға 60 йәшкә тиклем генә ҡан тапшырырға рөхсәт ителһә , хәҙер иһә бындай сикләүҙәр  юҡ.

{podcenter}