Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.11.11

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекамала булды

Ризәлә Шәйхинурова

23 ноябрь көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙең ҡалала булды. Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты ҡала халҡы менән дәосрашты.

Ҡала халҡы менән осрашыуҙа ул Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәл, сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге тотороҡло үҫеш, былтырҙан алып Башҡортостан етәкселегенең яңы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуы, кешеләргә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, предприятиеларға үҫеү өсөн мөмкинлектәр артыуы хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2012 йылда республикала өс-дүрт яңы, 15-ләп уртаса предприятие төҙөлә башлаясаҡ. Улар ауыл хужалығы, ағас етештереү, сәнәғәт өлкәһендә лә буласаҡ. Төҙөлөш эштәренә инвесторҙар йәлеп ителәсәк. Инвесторҙар Нефтекама ҡалаһында ла көтөлә. Республика етәкселеге билдәләүенсә, бында инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе бар.

Халыҡ менән аралашҡанда Башҡортостан Президенты 2021 йылда Өфөлә Бөтә донъя спорт уйындары үткәреләсәге хаҡында ла хәбәр итте. Бөтә донъя спорт уйындары — Олимпия уйындарының аналогы. Айырма шунда ғына: уның программаһына спорттың Олимпия уйындарына ҡарамаған төрҙәре инә.

Осрашыуҙа уҡытыусылар хаҡында ла һүҙ булды. “Уҡытыусы йорто” яңы проекты уларға яңы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирәсәк. Бер квадрат метрҙың хаҡы 10-14 мең һумға төшәсәк. Президенттың әйтеүенсә, бөтә коммуникацияларҙың ҡаҙнанан финансланыуы торлаҡ хаҡын арзанайтыуға булышлыҡ итәсәк, әт өҙөлөш өсөн ер участкаһы бушлай биреләсәк.

Президент балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһенә лә туҡталып китте. Баҡтиһәң, бөгөн республикала яҡынса 50 меңбала сиратта тора икән, ә Нефтекама ҡалаһы буйынса 5 меңгә яҡын.  2011 йылда 220 урынлыҡ ике заманса балалар баҡсаһы һалынды, алдағы ике–ике йыл ярым ваҡыт эсендә тағы ла 6 балалар баҡсаһы төҙөү күҙаллана. Тимәк, яҡынса балалар баҡсаһында 1,5 мең урын буласаҡ. Уларҙы төҙөүгә ҡалаға 800 миллион һум, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға 250 миллион һум аҡса бүленгән.

Нефтекамахалҡы, мөмкинлектән файҙаланып, Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙарын да бирҙе. Башлыса ҡаланың иҡтисади үҫешенә, социаль мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны.

Артабан республика башлығы 18 ҡатлы йортт өҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был 130 фатирлыҡ йортто һалыу буйынса эштәр 2009 йылда туҡтап ҡалғайны. Һөҙөмтәлә объектты финанслауҙа өлөшләтә ҡатнашҡан 131 кеше вәғәҙә ителгән торлаҡты ала алманы. Быйыл сентябрҙә төҙөлөштө финанслау яңыртылды, бригадалар ҡабаттан эш башланы. Әле төҙөлөш тамамланмаһа ла, фатирға милек хоҡуғы теркәлгән.

Рөстәм Хәмитов биҫтәләге социаль инфраструктура менән ҡыҙыҡһынды. Билдәле булыуынса, яңы йорт эргәһендәбыйыл ғына 220 урынлыҡбалалар баҡсаһы һалына башланы. Дөйөм алғанда, Нефтекамала мәктәпкәсәучреждениеларҙыңкүбеһе егерме йыл элек төҙөлгән. Үрҙә әйтелгәнсә, был өлкәлә эштәр яйға һалына һәм киләсәктә планлаштырылған төҙөлөш эштәре ваҡытында тамамланыр, күптәрҙең яңы мәктәпкәсәучреждениеларҙа балалары тәрбиәләнер тигән хыялдары тормошҡа ашыр тигән ышаныс бар.

{podcenter}