Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.11.11

Киләсәк - әсәләр ҡулында

15-16 ноябрҙә Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы үтте. Быға тиклем бындай сара Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҙғарылғайны, һуңғыһы быйыл март айында Ульяновскиҙа ойошторолдо. “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы башланғысы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған сара “Рәсәйҙең киләсәге — әсәләр ҡулында” Бөтә Рәсәй акцияһының йомғаҡлау өлөшө булараҡ  уҙҙы.

Унда илдең 44 төбәгенән, республиканың ҡала һәм райондарынан 550 тирәһе делегат ҡатнашҡан. Улар араһында Рәсәйҙең Үҙәк, Төньяҡ-Көнсығыш, ТөньяҡКавказ, Көньяҡ, Волга буйы, Урал, Себер, АлыҫКөнсығыш федераль округтары етәкселәренең урынбаҫарҙары, ил субъекттарының министрлыҡһәм ведомстволары етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғилми ойошмалар вәкилдәре. Форумда ҡайһы бер субъект етәкселәренең ҡатындары ла ҡатнашҡан: Әстрхан өлкәһенән Вера Жилкина, Ҡурғандан Тамара Богомолова, Ырымбур өлкәһенән Любовь Берг һәм Башҡортостандан Гөлшат Хәмитова. Был ханымдарҙы йәмғиәттә әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙы, һаҡлауҙы пропагандалаусы, бик күп башланғыстарға нигеҙһалыусы әүҙемселәр тип беләләр.

Беҙҙең ҡаланан барған делегация составында иһә ҡала хакимиәте башлығы ҡатыны Т.Громова, ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, күп балалы әсәләр Лариса Шарипова, Татьяна Ғөбәйҙуллиналар, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фирүзә Насырова һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Әминә Ғиззәтовалар ине.

Форумдың пленар өлөшө баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында үтә. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм  Хәмитов Башҡортостанда әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлауға йүнәлтелгән эштәр, ҡаҙаныштар хаҡында һөйләй, һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән программаларға айырым туҡталып, һәр өлкәлә тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышып эшләргә саҡыра. Айрым проблемалар ҙа ситтә ҡалмай. Рөстәм Хәмитов айырыуса балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһенә борсолоу белдерә.

Республика баҫмалары мәғлүмәттәре буйынса, форум һөҙөмтәләре буйынса ғаилә өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен формалаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға яуаплы федераль орган — Ғаилә, әсәлек, аталыҡһәм балалыҡэштәре буйынса федераль хеҙмәт булдырыу бурысы ҡуйылған. Бынан тыш, делегаттар ил кимәлендә ғаилә сәйәсәтенең концепцияһы, ғаиләнең айлыҡтабышын, сығымдарын, балалар һанын, уларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып сифатлы йәшәү стандарты, күп балалы ғаиләләр тураһында федераль закон ҡабул итергә тигән ҡарар ҡабул итә. Бала ҡарау буйынса айлыҡпособие түләү осорон йәш ярымдан ике йәшкә тиклем арттырырға, социаль хеҙмәткәргә эш хаҡын түләүҙе һәм инвалид бала тәрбиәләү осорон әсәләрҙең пенсия тәьминәтенә хоҡуҡбиргән хеҙмәт стажына индереүҙе ҡануниәт менән нығытырға тигән фекерҙәр ҙә яңғырай.

Рәсәй Федерацияһының дәүләт алимент фондын булдырыу һәм яуапһыҙата-әсәләр менән эшләүҙе Хөкүмәт кимәлендә хәл итеү бурысы ҡуйылды.

Киләсәккә атайҙарҙың да Бөтә Рәсәй форумын үткәреү тәҡдиме яңғыраны.

Әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы балаларҙың матур концерт программаһы менән тамамлана. Унда ҡаланың данлыҡлы “Виктория”һы ла сығыш яһай һәм бейеүҙәре дәррәү алҡыштарға күмелә.

«Әсәһе яратҡан баланың ғына хыялдары тормошҡа аша! Балаларығыҙҙы яратығыҙ», — тип хушлаша Рәсәй әсәйҙәре.

Үҙәк матбуғат материалдары буйынса Н.Ҡәләмова әҙерләне.

{podcenter}