Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.12.11

Афариндар!

Ризәлә Шәйхинурова

2012 йылды Нефтекама дәүләт филармонияһы солистары яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Йәш йырсылар Илгиз Минәхмәтов һәм Иршат Ҡарасурин ошо көндәрҙә республика йыр бәйгеләренән еңеү менән ҡайтты.

Илгиз Минәхмәтов Благовещен ҡалаһында үткән “Браво-2011” вокал-классик музыка республика конкурсының “Солистар” номинацияһында беренсе урынды яуланы (концермейстеры – Сулпан Вәлиева).

Моғайын, күптәр Иршат Ҡарасуриндың “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында ҡатнашыуы тураһында беләлер. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы башҡорт йырын башҡарыусылар өсөн өр-яңы конкурс булдырғайны. “Башҡорт йыры,” башҡа фестивалдәрҙән тере тауышҡа йырлау һәм тик профессиональ йырсылар сығыш яһауы менән айырыла. Йыл дауамында барған абруйлы конкурста барыһы 100-ҙән ашыу бәйгесе ҡатнашырға теләк белдергән. Был конкурс өс турҙан торҙо. Тәүге турҙа утыҙ вокалист ҡатнашһа, икенсеһенә 14 йырсы үтте. 1-се турҙа бәйгеселәр башҡорт халыҡ йырҙарын – акапелла, йәғни музыкаль оҙатыуһыҙ тәҡдим итһә, 2-се турҙа йырсылар эстрада йырҙарын башҡарҙы. Шуларҙың 10-һы ғына финалға сығыу бәхетенә иреште.  

24 декабрь Өфө ҡалаһының “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында конкурстың Гала-концерты булды. Тамашала «Башҡортйыры» телевизион конкурсының премиялары тапшырылды. Тантанала Иршат Ҡарасурин “Өмөт” номинацияһында еңеүсе тип табылды һәм диплом менән бүләкләнде. Ә Гран-приҙы Айгиз Ғиззәтуллин менән Айгөл Һағынбаева бүлеште.

Фестивалде ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостан - таланттарға бай төбәк. Мәшһүр йырсылар Абдулла Солтанов, Флүрә Ноғоманова, Радик Гәрәев һәм башҡалар халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ моң эйәләре. “Башҡорт йыры” фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ла ошо остаздарға тиң булып үҫерҙәй лайыҡлы алмаш тип атарға мөмкин.

«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының Гала-концертында  танылған сәхнә йондоҙҙары менән бер рәттән конкурстың финалистары - Айгиз Ғиззәтуллин, Айгөл Һағынбаева, Рөстәм Шаһбалов, Марсель Ҡотоев, Венера Юлгилдина, Иршат Ҡарасурин, Иҙел Аралбаев, Әлфиә Заһиҙуллина, Юнир Һағынбаев һәм Айгөл Әсәҙуллиналар ҙа сығыш яһаны.

Ҙур йыр байрамын БСТ телеканалында 31 декабрҙә киске сәғәт ун берҙә ҡарағыҙ. 

{podcenter}