Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.12

Хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 декабрҙә Нефтекама ҡала Советы ултырышы үтте. Депутаттар ҡарары менән ҡала башлығы Владимир Громов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, был вазифанан бушатылды. Нефтекама башлығы вазифаһын ваҡытлыса, был урынға конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңгән кеше тәғәйенләнгәнгә тиклем, Илүс Ғарифуллин башҡарҙы.

10 ғинуар көндө үткән Конкурс комиссияһы ултырышында ҡала хакимиәте вазифаһына дәғүә итеүсе дүрт кандидат та конкурста ҡатнаша ала тип ҡарар ителде.

Федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәттәр буйынса белемдәрен улар Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында тикшерҙе, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһының Эксперттар комиссияһы һорауҙарына яуап бирҙе. Был хаҡта журналистарға Комиссия рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы ректоры Сергей Лаврентьев хәбәр итте. Йәмғеһе дүрт кандидат имтихан бирергә теләк белдерҙе, әммә уларҙың икеһе генә был һынауҙы үтә алды, тип белдерҙе ул.

Шулай итеп, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте вазифаһына имтихандарҙы уңышлыт апшырыусылар исемлегенә “Нефтекама водоканалы” МУП директоры Анатолий Николаевич Сошников һәм ваҡытлыса ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илүс Фәғит улы Ғарифуллин ингәйне.

Конкурс комиссияһының икенсе ултырышында (конкурстың үҙе) Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте вазифаһына имтихандарҙы уңышлы тапшырған кандидаттарҙың эш программалары өйрәнелде.  19 ғинуар көндө иһә ҡала Советы ултырышы конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңгән яңы хакимиәт башлығын раҫланы.

Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Илүс Фәғит улы Ғарифуллин тәғәйенләнде.

{podcenter}