Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.01.12

Янғын бәләһе

Үткән шәмбелә Кәсәү биҫтәһендә ғәҙәттән тыш хәл булған. Йоманан шәмбе төнөндә Колхоз урамында ҙур янғында йәш ғаилә һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды күршеләре бик һуң күреп ҡалған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдә рминистрлығы мәғлүмәттәре буйынса, диспетчерҙарға 2 сәғәт 54 минутта шылтыратыу булған. Был ваҡытта янғын йортто тулыһынса ялмап алған.

Янғын һүндереүселәр 34 йәшлек ир менән ҡатындың һәм уларҙың 6 йәшлек улдарының мәйетен тапҡан. Был фажиғәлә ғаиләнең өс кешеһе һәләк була, ә дүртенсеһе – үҫмер ҡыҙ ҡунаҡҡа киткән була.

Янғын сәбәбе асыҡлана, тәүге фараздар буйынса, янғын сығыуға  электр селтәре сәбәпсе булған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Бөгөнгө көндә янғында ғаиләһен юғалтҡан бәлиғ булмаған ҡыҙға матди ярҙам күрһәтеү маҡсатынан ул уҡыған 10-сы мәктәпаҡса йыйыу иғлан иткән. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәте мәктәп етәкселеге аша белергә була.

Әйткәндәй, уҙған йыл 63 янғын теркәлгән (2010 йылда - 76). Янғындарҙан күрелгән зыян 4 миллон 314 мең тәшкил иткән.

{podcenter}