Яңылыҡтар
20.01.12
Нефтекама йыл уҡтытыусыһы -2012
Ҡалала инде ғәҙәти булған “Нефтекама йыл уҡтытыусыһы -2012” ҡала конкурсы старт алды. Быйыл унда Нефтекаманың 12 мәктәбенән 15 уҡытыусы ҡатнаша.
1-се лицейҙа конкурстың тәүге этабы үтәсәк. Унда уҡытыусылар үҙҙәренең эш проекттарын тәҡдим итә. 24-25 ғинуарҙа конкурсанттар дәрес күрһәтәсәк һәм үҙ дәрестәренә үҙҙәре анализ яһайасаҡ. Ә инде 2 февраль көндө маһирлыҡ класы үтә.
Еңеүселәр “Башҡортостан йыл уҡытыусыһы – 2012” республика конкурсында ҡатнашасаҡ.