Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.12

1812 йылғы Ватан һуғышына - 200 йыл

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте.

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2012 йыл Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтә. Беҙҙең төбәк тә еңеүгә ҙур өлөш индергән – хәрби операцияларҙа егерме һигеҙ башҡорт атлы полкы һәм Өфө йәйәүле полкы ҡатнашҡан. Һуғыш ҡоралдары ябай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт һыбайлылары яуҙа үҙҙәрен һынатмай, ҡаһармандарса һуғыша.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырыш барышында, июнь башында Өфөлә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк, тип билдәләнде.

Августа Башҡортостан вәкилдәре Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһы эргәһендә үтәсәк «Бородино көнө» БөтәРәсәй хәрби-тарихи фестивалендә ҡатнашасаҡ, ә октябрҙә Германия Федератив Республикаһының Лейпциг ҡалаһында үтәсәк Наполен армияһын тармар итеүгә бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи байрамдарға барасаҡ.

Йыл дауамында еңеүгә арналған ижади конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ, улар сәнғәт эшмәкәрҙәренең иң яҡшы эштәрен асыҡлаясаҡ. Юбилей йылы Өфөнөң Еңеү паркында хәрбиҙәргә - 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу менән тамамланасаҡ.

«Башинформ» МА.

{podcenter}