Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.04.12

«Торос» - чемпион!

Нефтекаманың «Торос» командаһы юғары лиганың төп призын яуланы. Һай афарин, «Торос»! Ай, маладис! Рәсәйҙең хоккей тарихында йәнә бер чемпион тыуҙы! Ул да булһа – беҙҙең Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккейсылары. Ә инде республикабыҙҙа хәҙер Рәсәй беренселегенең ике еңеүсеһе бар. Уҙған миҙгелдә төп командабыҙ– «Салауат Юлаев» уйынсылары Гагарин кубогын яулаһа, был юлы уларҙың батырлығын юғары лигала сығыш яһаған «Торос» ҡабатлап, Братина кубогына эйә булды.

Төмәндә уҙған бишенсе хәл иткес уйында Сергей Емелин өҫтәмә ваҡытта «алтын» гол индереп, командаға ҙур уңыш килтерҙе. Уға матур пас биреүсе Станислав Голованов, беренселектең иң оҫта һәм мәргән хоккейсы булараҡ, махсус приз менән бүләкләнде.

Шулай итеп, Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре «Рубин» командаһын финал серияһында дөйөм 4:1 иҫәбенә отоп, кубоктың икенсе хужаһы булып, Рәсәй беренселеге юғары лигаһында алтын эҙен ҡалдырҙы.

Нефтекама халҡы менән бергә бар Башҡортостан көйәрмәндәре ҡыуана, байрам итә.

Н. ТИМЕРОВ.

{podcenter}