Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.05.12

Талпандан һаҡлан!

Быйыл да талпандар үҙһөжүмен башланы. Яҙиртә килеү сәбәпле, талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе лә арта. Республикабыҙҙың төрлө райондарында йоғошло бөжәктәр булыуы асыҡлана. Шунлыҡтан һаҡбулырға кәңәш ителә.

Тағы ла шуны белеү мөһим: талпандың ике төрө билдәле, ағас һәм үлән талпаны. Үлән талпаны тиҙ үрсеүсән һәм кеше уға йышыраҡ юлыға.

Талпандытәндәналғандаҡаҙалғанурынғамайһөртөгөҙ. Бөжәктеяланҡулсоҡопалырғаярамай. Мотлаҡмахсус бирсәткә кейегеҙ.

Талпан тешләгәндән һуң оҙаҡ(өс аҙна самаһы) температура юғары булһа, кеше хәлһеҙйөрөһә, тиҙҡуҙғып китеүсәнгә әйләнһә, табипҡа мотлаҡбарһын.

Өфөлә энцефалитты асыҡлай торған махсус лаборатория бар (Шәфиев урамы, 7, телефоны – (347) 237-58-40).

Ә беҙҙең ҡала паркында иһә талпанға ҡаршы дезинфекция саралары май байрамдары алданан үткәрелде. Быйыл был ҡан эскестәргә ҡаршы яңы төр эшкәртеү препараты ҡулланылған. Ул башҡаларҙан айырмалы, еҫһеҙ, кешеләр һәм хайуандар өсөн зыяны аҙ, әммә талпанды аяҡтан йыға.

Әйткәндәй, яҙ башынан республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына 2649 кеше талпан ҡаҙалыу осрағы менән мөрәжәғәт иткән. Апрель башынан 1295 талпан тикшерелгән, шуларҙың 72-һендәталпан инцефалиты вирусы табылған. Әлегә талпан энцефалиты вирусы менән ауырыусылар һаны республикала теркәлмәгән.

- мәғлүмәттәр 2 май көнөнә алынды.

{podcenter}