Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.10.09

Быйыл ҡаланың 10 йәш ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алды

Быйыл торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алырға 200 йәш ғаилә сиратҡа баҫҡан. Бөтә ғаризаларҙы ла йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре Өфөгә ебәргән. Һөҙөмтәлә республика бюджетынан 5 миллион 832 мең һум аҡса бүленгән. Шуға ла быйыл субсидиялар 10 ғаиләгә генә бирелде. Уларҙың 7-һе приоритетлы категорияға ҡараған ғаиләләр, йәғни һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, күп балалы һәм бюджет өлкәһендә эшләгән ғаиләләр. Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Эльвира Стройкина һөйләүенсә, ҡалған программала ҡатнашыусылар был ҡарар менән риза булмаған.
Быйыл субсидия алыр өсөн сертификаттар бирелгән кешеләргә иһә уны тиҙерәк ҡулланырға кәңәш иттеләр. Ғаиләләр иһә үҙҙәре лә был эште оҙаҡҡа һуҙырға уйламайҙар. .Мәҫәлән, Васильевтар ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә, улар ата-әсәләре менән фатирҙа йәшәй һәм үҙҙәренә йорт һалып инергә хыяллана.

Субсидияның суммаһы туранан-тура ғаиләләге кешеләр һанына бәйле. Мәҫәлән, Василевтар миллион һумдан күберәк суммаға сертификат алды. Дәүләт ярҙамына мохтаждар өсөн талаптар элккесә ҡала. Ир менән ҡатындың йәштәре 35 тән дә юғары булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тигән справка талап ителә.

{podcenter}