Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.10.09

Ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте

Бер банка бал 1200 һум тора. Әлеге заманда   быны иң түбән хаҡ тип әйтеп булмай. Башҡа ауыл хужалығы тауарҙары ла был йәрминкәлә артыҡ осһоҙлоғо менән айырылып торманы. Мәҫәлән, бәрәңгенең килограмы 6-8 һумға, кишер 11, һуған һәм сөгөлдөр 14 шәр һумға һатылды. Әммә, һатып алыусыларҙы хаҡтар түгел, ә һауа торошоноң насар булыуы ҡурҡытты. Ә бына һатыусылар иһә ҡәнәғәт ҡалды. Сөнки был көндө бөтә кеше лә йәрминкәгә нимәләрер алыу маҡсатында ғына килде. Әйтергә кәрәк,ундайҙар аҙ түгел ине. Беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһендә 123 һатыу нөктәһе эшләне. Иң күбеһе , 87 һе Ҡалтасы районынан ине. Уларҙың береһе -Зәйнән Ғәйниев . Уның үҙ хужалығы бар. Шуға ла иттең сифатында ышандыра. Хаҡты иһә ул халыҡтың ихтыяжына ҡарап билдәләй. Йәрминкәлә бөтәһе 200 тоннаға яҡын тауар һатылды. Киләһе йәрминкә октябрь айы аҙағында уҙғарыласаҡ. Уны Октябрь кинотеатры янында үткәреү планлаштырыла .Ойоштороусылар билдәләүенсә, унда хаҡтар беренсеһенекенә ҡарағанда осһоҙораҡ буласаҡ.

{podcenter}