Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.10.09

Нефтекамала йәш балаларҙың үлем кимәле кәмей

Быйыл йыл башынан беҙҙең ҡала бала табыу йортонда 550 бәпес донъяға килгән. Уларҙың 34 патологиялар менән тыуған. 5 бала тыуғас,ә 4 һе әсәһенең ҡарынында уҡ үлгән. Күптәр йәш балалрҙың үлем осрағы   артыуында табиптар ғәйепле тип уйлаһалар ҙа, был  юлы уларҙың бер ғәйебе лә юҡ. Ҡала дауаханаһының баш табибы Альбина Кузнецова һөйләүенсә, бөтә балаларҙа ла шешеү процессы табылған.
   Бала табыу   сертефикаттары ярҙамында бала табыу йортонда күп кенә ҡорамалдар яңыртылағн. Хәҙер бында үҙҙәренең рентгент аппараты бар. Әгәр ҙә элек балаларҙы икенсе корпусҡа ебәрергә тура килһә, хәҙер иһә белгес үҙе бала табыу йортона килә. Шулай уҡ Узи өсөн , үпкәләге һауаны алмаштырыу өсөн ҡорамалдар һәм реанимация өҫтәле ҡайтарылған.
   Әммә ошондай заманса медицина ҡорамалдары булыуға ҡармаҫтан табиптарҙың   ҡаһы бер саҡта нимәнелер үҙәгертергә көстәренән килмәй. Хатта үлемдән, шулай уҡ патологияларҙан ҡотолорға мөмкинлек булһа ла. Бының өсөн инде табиптарҙан түгел, ә буласаҡ әсәләрҙән тырышлыҡ талап ителә. Ауырлы ҡатындарҙың  60 проценты йәшерен инфекция ауырыуҙары менән сирләй. Был әсәләрҙең һаулығына йоғонто яһамай, әммә бына бала иһә насар иммунитет менән тыуа. Шуға ла бөтә ауырыуҙарҙы ла ауырлы саҡта түгел, ә алдан дауаларға кәрәк. Табиптар ауырға ҡалғансы уҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Акушер-гинеколог Наталья Носова һөйләүенсә, бында ҡатын-ҡыҙҙы бушлай тулыһынса тикшереп, кәрәк булһа дауалау курсын билдәләйәсәктәр.

{podcenter}