Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.10.09

Региональ льготалар

 

Октябрь кинотетатры алдында иртә менән пенсионерҙарҙан сират теҙелде. 19 октябрҙән региональ льготаларға эйә булыусыларҙың иҫәбен алыу башланды. Ул ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Пенсионерҙар иһә ай аҙағын көтөп тормай, бөтә эште лә көнөндә үк тамамаларға булғандар.    Һөҙөмтәлә, оҙон-оҙон сираттар һәм сыуалыш барлыҡҡа килде.   Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының ветерандар һәм инвалидтар менән эшләү бүлеге   етәксеһе Наталья Шәрипова билдәләүенсә, улар хаҡлы ялдағыларға уңайлы булһын өсөн ҡулдарынан килгәнде эшләргә тырыша.
Сират региональ ташламалар менән ҡулланыусылар иҫәбенә генә түгел, ә федераль льготаға эйә булған инвалидтар һәм пенсионерҙар ҙа килгән өсөн дә ҙурайҙы. Был кешеләрҙең теҙмәһен февраль айында төҙөгәндәр ине. Шуға ла хәҙер хеҙмәт ветерандарын һәм тыл эшсәндәрен генә саҡырғандар. Шулай уҡ күптәр бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата компенсацияны “Башҡортостан” социаль картаһы менән бутаған. Социаль карталар алырға теләүселәрҙең теҙмәһе   уҙған йылда төҙөлгән ине. Хәҙер иһә хаҡлы ялдағылаҙы   теҙмәләренен төҙөү һәм уларҙы делоларына индереү өсөн генә саҡырҙылар. Был иһә киләһе йылға бюджетты ҡабул итеү өсөн кәрәк. 
   Компенсацияны иһә ташламалар менән файҙаланыусылар йыл башынан уҡ алып килә. Ул һаҡлыҡ кенәгәһенә күсерелә. Хәҙер иһә пенсионерҙарға    кәрәкле документтарын ғына алып килергә кәрәк.
Ике аҙана эсендә белгестәр 6000 региональ ташламалар менән файҙаланыусыны ҡабул итергә тейеш. Әммә пенсионерҙарҙың  активлығына ҡарағанда был эш бик тиҙ тамамланырға мөмкин. Сөнки бер нисә сәғәт эсендә генә   белгестәр 300 ҙән артыҡ льготалар менән файҙаланыусыны ҡабул итте.

 

{podcenter}