Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.11.09

Ғилми советтың күсмә киңәйтелгән ултырышы

Нефтекамала ғилми советтың күсмә киңәйтелгән ултырышы үтте. Был сара Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналды. Бында   шулай уҡ мәғариф министрлығы һәм ҡоролтай вәкилдәре, күрше ҡала- райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ҡаланың предприятиелары етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылды. Тәүҙә ҡунаҡтар нефтекама филиалының эше һәм уҡытыу-методик эштәр күргәҙмәһе менән танышты. Һуңынан инде улар советтың кәңәшмәһенә Нефтсе техника һәм мәҙәниәт йортона йыйылды.
Кәңәшмә ике этәптан торҙо. Тәүҙә ғилми советтың рәйесе йыйылыусыларҙы БДУның 100 йыллығына   әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. 
Форсаттан файҙаланып,  байрам алдынан уҡытыусыларҙы һәм Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалын булдырыуҙа ярҙам иткән кешеләрҙе ҡотлап үттеләр .
Башҡорт дәүләт университеты илебеҙҙең иң яҡшы вуздары рәтенә инә. Бында нефтекама филиалының да өлөшө ҙур. Бөгөн филиалда 57 райондан 3000 дән артыҡ студент белем ала. Был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр һәр саҡ   ҡала предприятиелары һәм ойошмаларында һорап алына.  
Сараның икенсе өлөшө иһә Башҡорт Дәүләт Университетының Нефтекама филиалы директоры Октябрь Кәли улы Вәлитовҡа арналды. Быйыл октябрь айында уға 75 йәш тулды. Был ваҡиғаны   Республика Президенты Мортаза Рәхимов һәм хөкүмәт Премьер-минситры Раил Сарбаев та иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Улар Октябрь Кәли улына үҙ ҡотлауҙарын ебәргән.

Шулай уҡ бөгөн Октябрь Кәли улын ошо матур юбилейы менән ҡотларға коллегалары, студенттары, хакимиәт башлыҡтары һәм предприятиелар етәкселәре һәм уның туғандары йыйылды. Ә Нефтекама филиалының ижади коллективтары һәм уҡытыусылары концерт программаһы әҙерләгән ине.

{podcenter}