Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.11.09

Призывник көнө

 

Беҙҙең ҡалала армияла хеҙмәт иткән 30 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Ә беренсе октябрҙән сираттағы көҙғө саҡырылыш башланды. Тиҙҙән яңы саҡраҡтар армияға ебәреләсәк. Шуға ла улар өсөн йола буйынса Призывник көнө үткәрҙеләр.
 
Бөтә буласаҡ һалдаттарҙы ла Йәштәр һарайына йыйҙылар. Тәүҙә егеттәрҙең һуғышсан рухын КВНсылар күтәрҙе. Һуңынан инде саҡраҡтар менән ҡала хәрби комиссариаты вәкилдәре һөйләшеү үткәрҙе.
Призывниктарҙы шулай уҡ ҡаланың ижади коллективтары ла ҡотланы. Бөгөн бөтә йырҙар һәм бейеүҙәр ҙә улар өсөн генә башҡарылды. Шулай уҡ өлкән быуынға ла һүҙ бирелде. Ветерандар советы вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ бында саҡраҡтарға повесткалар ҙа тапшырылды. Был көҙгө саҡырылышта беҙҙең ҡаланан армияға 273 егет ебәреләсәк.

 

{podcenter}