Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.10.09

Осрашыу

Беҙҙең ҡалала төрлө ваҡытта нигеҙһеҙ репрессияланған 250 кеше йәшәй. Уларҙың иң олоһона 94 йәш. Иң йәшенә 55. Бөгөн ҡайһы бер репрессияланған кешеләр, йә иһә уларҙың туғандары тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылды. Бындай осрашыу беҙҙең ҡалала беренсе тапҡыр ойошторолдо.
Һуғыш йылдары тураһында кемдәрҙер ата-әсәләренән генә  ишетеп –белә, ә ҡайһы берәүҙәрҙең был көндәр бөгөнгөләй хәтерендә. Һуғыш башланған көн, ленинград блокадаһы, сталинград алышы һәм көтөп алынған еңеү көнө. Күптәр өсөн был һүҙҙәрҙе йәнә ишетеү бик ауыр.
Герберт Лесстың да бөтә нимә лә иҫендә. Әле уға 76 йәш. әммә һуғыш йылдыра онотолмай. Малай килеш кенә ул фашистарға пленға эләгә. Унан ҡайтҡас та, тыуған илдә үҙ урынын тиҙ генә таба алмай.
Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы бөтә экспозициялар залы менән таныштырҙы.   Уларҙың һәр береһе тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Герберт Лессҡа , башҡаларға кеүек үк , осрашыу бик оҡшаны.
Музей хеҙмәткәрҙәре хәҙер был кешеләр менән йышыраҡ осрашасаҡ. Әлегә тиклем реппресияланғандар тураһында бик әҙ һөйләнелгән, күптәр был туралағы иҫтәлектәре менән укртаҡлашмаған да. Ә хәҙер иһә музей хеҙмәткәрҙәре был кешеләр тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнәсәк. Сөнки был беҙҙең тарихыбыҙ, шуға ла беҙ уны белергә тейешбеҙ.

{podcenter}