Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.11.09

“Планета Ер” фото күргәҙмәһе

 

Авторҙарға үҙҙәренең эштәре менән айырылышырға һәр саҡ ауыр. Әммә был эштәрҙе ысын йөрәктән   яҡшы ҡулдарға тапшырһаң - бөтөнләй икенсе эш. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан “Планета Ер” фото күргәҙмәнең авторҙары иһә тап ошо принципҡа таянып эш иткән.
 
Был 11 авторҙың эштәрен үҙ эсенә алған күргәҙмә 2 ай эшләне. Ошо ваҡыт эсендә уның менән   3 мең ярымға яҡын кеше танышты. Күптәр күргәҙмәгә ыңғай баһа биргән, был күргәҙмә менән бер рәттән “Ҡайһы эш миңә оҡшаны” тип аталаған иншалар бәйгеһе лә үҙғарылды. Унда ололар ҙа , балалар ҙа ҡатнашты.
Иң яҡшы иншалар авторҙарына   оҡшаған эштәрҙе бүләк иттеләр. Шулай уҡ музей ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Уға ла бер нисә эште тапшырҙылар. Ҡалған фотолар иһә ,күргәҙмәнең авторы Татьяна Мастерова һөйәләүенсә, 1се һанлы мәктәп-интернатҡа ебәрелде.
Был эштәр балаларҙың бүлмәләрен биҙәйәсәк. Рәсәй, Европа, Америка Ҡушма Штаттары һәм еребеҙҙең башҡа бик күп мөйөштәре. Хәҙер иһә интернаттың тәрбиәләнеүселәре был фотоларға ҡарап, уйҙарында ғына булһа ла сәйәхәт итә аласаҡ. Бындай бүләк менән балалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Һәм эштәрҙең авторҙарын, шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. 

 

{podcenter}