Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.11.09

“Йәш ғаилә-2009”

 

Ошо көндәрҙә республиканың бөтә ҡалаларында ла Йәш ғаилә 2009 республика бәйгеһенең һайлау турҙары үтә. Нефтекамала иһә был бәйге Таланттар йондоҙлоғо тип аталды. Һәм бында  һәр теләгән ғаилә ҡатнаша алды. Ойоштороусылар уларға йәш буйынса йәки башҡа төр бер ниндәй ҙә сик ҡуйманы.
 
Ғәймәлетдиновтар ғаиләһе бөгөн тулы составта. Хатта оло улдары Шамиль да Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡайтҡан. Сөнки бөгөн уларҙың ғаиләһе Таланттар йондоҙлоғо бәйгеһендә ҡатнаша. Был сарала ҡатнашыу тураһында идея ғаилә башлығы Татьяна Ильиничнаға килә. Ғаилә был уй-фекерҙе уңышлы тип таба.     Ғәймәлетдиновтар ғаиләһендә бөтәһе лә ижади кешеләр. Әсәләре Татьяна Ильинична һәм уның ҡыҙы Ирина - хореографтар. Улы Шамиль барабанда уйнай. Ейәне Святослав студент, әммә ул әленән үк үҙен урындағы КВН командала күрһәтә алған. Бындай ижади состав менән Ғәймәлетдиновтар бөтә залды хайран ҡалдырҙы. 
Ижади номерҙарҙың һаны ойоштороусылар тарафынан сикләнмәне. Ғәймәлетдиновтар ғаиләһе бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған 3 номер әҙерләгән ине.
Ғәймәлетдиновтар ғаиләһенән тыш бәйгелә тағы ла 5 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында күптән түгел генә барлыҡҡа килгән парҙар ҙа, ҙур ғаиләләр ҙә бар ине. Ойоштороусыларҙың бындай лояль ҡарашы ярҙамында номерҙар төрлө-төрлө булды. Шуға ла бәйге бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡыты. Әммә номерҙарға баһа бирергә лә ауырыраҡ булды.
   Һөҙөмтәлә, бер ғаилә лә бүләкһеҙ һәм приздарһыҙ тороп ҡалманы. Ғәймәлетдиновтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Ә “Йәш ғаилә-2009” республика бәйгеһендә беҙҙең ҡала исеменән Ғәбиҙуллиндар ғаиләһе ҡатнашасаҡ.

 

{podcenter}