Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.11.09

Романсиада-2009

 

24 ноябрҙа Нефтекамала Романсиада-2009 республика йырсылар бәйгеһе асыласаҡ. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан профессиональ шулай уҡ һәүәҫкәр йырсылары ҡатнаша ала. Был сараны ҡаланың мәҙәни үҙәге ойоштора.
 
Романс тигән һүҙ алдараҡ барлыҡҡа килгәнме ,әллә романтикамы? Быны хәҙер бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Хис –тойғоларҙы   йыр жанры исеме менән атағандармы, әллә хистәр тураһындағы йырҙарҙы романс тигәндәрме.
 Гамма халыҡ вокал ансамбле   романстарға үҙенә башҡа ҡарашта. Бында йырлаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә хыялыҙар булғанға түгел, әлбиттә. Был йыр жанры йырҙы тойорға һәм уйнарға мөмкинлек бирә. Әлбиттә, бының өсөн йырсынан үҙенә башҡа оҫталыҡ талап ителә.
 Бәйгелә республиканың билдәле йырсылары ла , шулай уҡ һәүәҫкәр йырсылар ҙа ҡатнашасаҡ.   Елена Лотфуллина билдәләүенсә, йырсы 12 йәштән ҙурыраҡ булырға тейеш. Был иһә бәйгенең берҙән – бер шарты.
Бәйге 24 ноябрҙа музыка мәктәбендә асыласаҡ. Һәм ошонда уҡ ике көн дауамында кокурс этаптары үтәсәк. Билеттарҙы Нефтсе техника һәм мәҙәниәт йортоноң кассаһында һатып алырға мөмкин.

 

 

{podcenter}