Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.11.09

Грипп

Ике аҙна ҡаланың бөтә мәктәптәре лә карантинға ябылып торҙо. Шулай уҡ педагогия колледжы һәм 59 һанлы һөнәри лицей студенттары өсөн дә    сираттан тыш каникулдар иғлан ителде. Ә дүшәмбенән иһә уҡыусыларҙың да студенттарҙың да дәрестәре башланасаҡ.
Карантин 14 ноябргә тиклем иғлан ителгән ине. Уны артабан оҙайтманылар. Сөнки ҡалала һуңғы көндәрҙә сирләү интенсивлығы кәмей башланы. Ҡала дауалау учреждениеларына иң күп мөрәжәғәт итеүселәр 7 һәм 9 ноябрҙәрҙә теркәлде - 900 ҙән артыҡ кеше. Унан һуңғы көндәрҙә был күрһәткес 415 кешегә тиклем кәмене. Уларҙың 267-һе 14 йәшкә тиклемге балалар. Быға, башлыса, ҡаланың белем биреү учреждениеларында индерелгән карантин арҡаһында өлгәшелде. Әммә, белгестәр   прафилактик саралар тураһында оноторға ярамай тиҙәр. Улар иммунитетты нығытыу өҫтөндә эшләргә, витаминдар ашарға, күберәк тышта йөрөргә кәңәш итә. 

{podcenter}