Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.12.09

Башҡорт дәүләт университеты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

 Башҡорт дәүләт университеты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Төп байрам саралары 3 декабрҙә “Төбәктәрҙең инновацион мөхитен төҙөүҙә классик университеттар роле” тип исемләнгән халыҡ-ара-фәнни-ғәмәли конференцияның пленар ултырышы менән асылған. Унда ҡатнашыу өсөн Өфөгә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу ғалим килгән. Икенсе көндө конференция үҙ эшен 5 секция ултырышы сиктәрендә факультеттарҙа дауам иткән, бында 300-гә яҡын доклад тыңланған.  Классик университеттарҙың уҡыу-методик берләшмәһе президиумы ултырышы үткәрелгән. Рәсәй Ректорҙар союзы президенты, Мәскәү дәүләт университеты ректоры В.А.Садовничий университет студенттары һәм уҡытыусылары менән танышҡан.

 Юбилей танатанаһында Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалынан да директор Вәлитов Октябрь Кәлиевич етәкселегендә  бер төркөм делегация ҡатнашҡан.

 

{podcenter}