Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.10.14

Республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 2014 йылда 23 779,8 һум тәшкил итә

Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы ағымдағы йылда 23 779,8 һум тәшкил итә. Ғинуар-сентябрь өсөн тулы ойошмалар теҙмәһе буйынса мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат анализлаған.

Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса Татарстан лидерлыҡ итә — айына 27 330,5 һум. Унан һуң Пермь крайы (26 277,2), Һамар (25 082,2) һәм Түбәнге Новгород (24 937,1) өлкәләре килә.

Реаль эш хаҡының үҫеш күрһәткесе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында иң һуңғы. Республикала эш хаҡының ысын үҫеше инфлацияны иҫәпкә алғанда 2013 йылғы күрһәткес менән сағыштырмаса ни бары 0,2 процент тәшкил итә. Ҡалған төбәктәрҙә үҫеш темптары юғарыраҡ – 1,2 проценттан алып (Һарытау өлкәһе) 5,5 процентҡа тиклем (Удмурт Республикаһы).

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

{podcenter}