Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.11.14

«Халыҡ инвентаризацияһы» акцияһы

Нефтекамала 400 ашыу объекттарҙың хужаһы юҡ. 15 ноябрҙән алып Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика  бүлеге менән  берлектә «Халыҡ инвентаризацияһы» исемле ҡала акцияһын үткәрә. Әгәр ҙә йыл башында 67 хужаһыҙ объекттар теркәлгән булһа,  ноябрға был һандар иң аҙы 5 тапҡырға артҡан. Был йүнәлештә ҙур эштәрҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты алып бара. Мәҫәлән, буш йорттар табылһа, милек идаралығы буйынса комитет хезмәткәрҙәре уның хужаларын эҙләй. Әгәр ҙә улар табылмаһа, документтар теркәү палатаһына йүнәлтелә. Шулай итеп, 12 ай эсендэ объект хужаһы билдәләнмәһә,эш судҡа бирелә. Был объект буш, хужаһыҙ тип суд ҡарары буйынса теркәлһә хакимиәт үҙенсә етәкселек итеү хоҡуғына эйә була.Ә ҡуртым түләү  урындағы бюджетҡа киләсәк. Был акция ҡала ҡаҙнаһын тултырырға йүнәлтелгән. Был эштә һәр Нефтекама кешеһе ҡатнаша ала.

Хужаһыҙ объекттар тураһында мәғлүмәтте 8(34783) 4-88-98, 4-87-51 телефондары һәм электрон почта kus55@ufamts.ru аша бирергә була.

 

{podcenter}