Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.12.14

Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды

Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы – эшлекле форум Өфөлә 2 декабрҙә асылды. Уны үткәреү урыны – «Йәшлек» спорт-һауыҡтырыу комплексы.

Журналистарға республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров хәбәр итеүенсә, Аҙналыҡтың төп бурысы – бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша һәм ҡатмарлы иҡтисади хәлдәрҙән бергәләп сығыу юлдарын таба алырлыҡ эшҡыуарҙарҙың аралашыуы өсөн файҙалы майҙансыҡ булдырыу. Майҙансыҡтың онлайн режимында даими эшләүе күҙаллана.

Форумдың һәр көнө тематикаһы яғынан эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк булған теге йәки был мәсьәләгә арналасаҡ: «Ҡайҙан аҡса алырға?», «Бәләкәй бизнес илгә кәрәкме?», «Сит илдәр беҙгә ярҙам итәсәкме?» һәм «Ни өсөн бизнесҡа юғары технологиялар һәм инновациялар?».

Быйыл форумға 500-ләп ҡатнашыусы килгән. Көн һайын улар өсөн семинарҙар, оҫталыҡ кластары, һүҙ көрәштереүҙәр һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ аҙналығы Өфөлә 5 декабргә ҡәҙәр эшләйәсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/.
 

{podcenter}