Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.01.15

Башҡортостанда декларация кампанияһы башланды

Башҡортостанда сираттағы декларация кампанияһы башланды, уның барышында граждандар 2014 йылда алған табышы тураһында иҫәп-хисап бирергә һәм һалым органдарына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларациялар тапшырырға тейеш. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә.

Һалым декларацияларын шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе нотариустар, адвокат кабинеттарын асҡан адвокаттар, 2014 йылда табыш алған физик шәхестәр бирергә бурыслы.

Декларацияны хатаһыҙ тултырыу өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының тейешле бүлегендә «Декларация 2014» программаһын файҙаланырға мөмкин.

3-НДФЛ формаһы буйынса декларацияны 2015 йылдың 30 апреленә тиклем бирергә була.

Бынан тыш, граждандар һалым өсөн тотоп ҡалынған аҡсаға хоҡуҡлы. Тейешле документтар тапшырғанда һалым ташламаһы 2014 йылда тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Декларацияны уҡыу өсөн түләү, ипотека кредиты өсөн проценттар һәм башҡа сығымдар буйынса ташламаға дәғүә итеүсе граждандар тапшыра ала.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

{podcenter}