Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.01.15

Ғинуарҙа Башҡортостанда пенсиялар һәм социаль түләүҙәр 13 миллиард һумға яҡын тәшкил итте

Башҡортостанда яңы йылдың ғинуарына Пенсия фондының пенсияға һәм башҡа социаль түләүҙәргә сығымдары 12 миллиард 770 һум тәшкил итте. Ғинуар айы өсөн пенсия ваҡытында һәм тулыһынса түләнгән, тип хәбәр иттеләр төбәктең пенсия ведомствоһынан.

Яңы йыл байрамдарында пенсияны ваҡытында килтереүҙе тәьмин итеү өсөн Пенсия фонды бүлексәһе документтарҙы ваҡытында әҙерләп, электрон документ әйләнеше системаһы буйынса почта элемтәһе ойошмаларына тапшырҙы. Әлеге көндә ғәмәлдә булған «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы аша пенсия таратыу системаһы байрам һәм ял көндәрендә пенсия килтереү ваҡыты тураһында алыусыларға алдан хәбәр итергә мөмкинлек бирә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1 миллион 122 мең пенсионерға пенсия түләй. Уларҙың 49,8 проценты «Рәсәй почтаһы», ҡалғандары кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
 

{podcenter}