Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

31.01.15

Волга буйы федераль округында иң осһоҙ аҙыҡ-түлек — Башҡортостанда

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек Волга буйы федераль округында иң осһоҙо тип билдәләнде. РФ Ауыл хужалығы министрлығында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы продукттары баҙарын, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен көйләү департаменты директоры урынбаҫары Владимир Азаров етәкселегендәге видеоселектор кәңәшмәлә Волга буйы федераль округы субъекттарындағы ауыл хужалығы баҙарындағы хәлде мониторинглау мәғлүмәттәре тикшерелде.

Статистика күрһәтеүенсә, ауыл хужалығы продукцияһы һәм уны эшкәртеү продукцияһының һатып алыу һәм һатыу хаҡтары күпкә артмаған. Бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, махсус штабтар булдырылған, һатып алыу хаҡтарына мониторинг алып барыла.

Республикала аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар — округта иң осһоҙо. Мәҫәлән, һыйыр итенең килограмы — 185 һум, сусҡа ите — 180, тауыҡ ите —  100,3.

Сағыштырыу өсөн: Киров өлкәһендә һыйыр итенең килограмы — 205 һум, Новгород өлкәһендә — 214.

Бөртөклө культураларға хаҡтар ҙа сағыштырмаса түбән кимәлдә ҡала. Өсөнсө класлы бер тонна бойҙайҙың уртаса хаҡы 10 750 һум тәшкил итте, дүртенсе класлы — 9 250, фураж бойҙайы — 8 500, арпа — 6 750, ҡарабойҙай — 17 000. Пермь крайында һәм Нижегород өлкәһендә бойҙайҙың тоннаһы 11-12 мең һум тора, Киров өлкәһендә фураж игене — 14 мең һум.

Башҡортостанда бер килограмм он уртаса 17,6 һум тора, ә Киров өлкәһендә — 18,5. Республикала бойҙай икмәгенең уртаса хаҡы  —35,67 һум, Киров өлкәһендә — 38,5.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/.

 

{podcenter}