Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.02.15

Рөстәм Хәмитов төбәктәргә дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын бирҙе

Льготалы категориялы граждандарҙы һәм дауалау учреждениеларын дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн төбәктәргә дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын биреү тураһында ҡарар хаҡтарҙы контролдә тотоуҙы ойоштороуҙа һөҙөмтәле аҙым булыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 3 февралдә Өфөлә РФ Министрҙар кабинеты башлығы рәйеслегендә үткән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар әҙерләү буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, былтыр төбәктә дарыуҙарға хаҡтар 0,5 процентҡа артты, ғинуарҙа уртаса хаҡ ике, ә ҡайһы бер препараттарға 11 процентҡа күтәрелде.

Башҡортостан етәксеһе билдәләп үткән тағы бер тема — һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә иғтибар бүлде.

Медицина препараттарын илебеҙҙә сығарыусыларға булышлыҡ итеү темаһы ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, «Өфө-Вита», «Микроген» филиалы — «Иммунопрепарат»

фармацевтика предприятиелары сит ил аналогынан осһоҙораҡ дарыуҙар етештерә ала, әммә улар дәүләт ярҙамына мохтаж.

— Бындай предприятиеларға маҡсатлы, адреслы ярҙам кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

/Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}