Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.02.15

18 апрелдә республика халҡы «Тоталь диктант» яҙасаҡ

Өфөлә йыл да үткәрелгән мәғариф акцияһы штабында «Тоталь диктант» яҙыуға әҙерлек эштәре башланды. «Тоталь диктант» — уҡый-яҙа белеүҙе күтәреүгә һәм яҙыу мәҙәнилеген үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара акция.

Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәр 18 апрелдә акцияға ҡушыла ала. Өфөлә акция өс майҙансыҡта — Башҡорт дәүләт университетында (Зәки Вәлиди урамы, 32); Өфө дәүләт авиация техник университетында (К.Маркс урамы, 12); ВЭГУ академияһында (М.Рыльский урамы, 9/1) үтә.

Ойоштороусылар ирекмәндәрҙе, студенттарҙы, журналистарҙы, уҡытыусыларҙы сараны үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге «Тоталь диктант» төркөмөндә теркәлергә мөмкин.

2014 йылда акцияла баш ҡаланың 1031 кешеһе ҡатнашты, 41-е «бишле» алды. Диктантты шулай уҡ Салауат, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр ҙә яҙҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

{podcenter}