Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.02.15

Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль берәмекте һайлайҙар

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы иғлан ителде. Муниципалитеттарҙың йыл һайын үткәрелә торған ярышы 10 номинация буйынса уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһынан. Унда Башҡортостандың муниципаль берәмектәре, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ республиканың гәзит-журналдар һәм телерадиокомпания журналистары ҡатнаша.

Эштәр «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһына ебәрелә. Адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто, 3-сө подъезд. Телефон (347) 280-81-81, факс (347) 280-81-83. Рәсми сайт: www.asmo-rb.ru. Электрон почта: asmo@bashkortostan.ru.

«Урындағы үҙидара үҫеше мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы журналист» номинацияһы буйынса материалдар Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ебәрелә. Адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413/1-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: (347) 218-07-73. Электрон почта: zamanova.z@minsvyazrb.ru.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}