Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.02.15

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Эльза Сыртланованы республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Тейешле бойороҡ Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән.

Эльза Рәиф ҡыҙы Сыртланова 1969 йылдың 23 ғинуарында Өфөлә тыуған. 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1989 йылда 6-сы ҡала дауаханаһының күкрәк хирургияһы бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып башлай. 1994-1998 йылдарҙа — БДМУ-ның 1-се эске ауырыуҙар кафедраһы ассистенты, 1998-2001 йылдарҙа — 13-сө ҡала клиник дауаханаһының 1-се кардиология бүлексәһе мөдире, 2001-2010 йылдарҙа — ошо дауалау учреждениеһының баш табип урынбаҫары, 2010-2015 йылдарҙа — Өфөнөң 33-сө поликлиникаһы баш табибы.

Эльза Сыртланова — медицина фәндәре докторы, «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

 /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}