Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.03.15

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ҡул ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Документҡа ярашлы, республика башлығы Хакимиәтенә Стратегияны тормошҡа ашырыу барышын контролдә тотоу һәм Рәсәй Хөкүмәтенә мәғлүмәт еткереү, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә дәүләт милли сәйәсәте өлкәһендәге дәүләт программаларының үтәлешен контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән.

Указға ярашлы, республиканың Мәҙәниәт министрлығына 2015 йылдың 1 июленә тиклем 2016-2020 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу» дәүләт программаһын әҙерләргә ҡушылды.

Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына 2015 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән муниципаль программаларҙы ҡабул итергә тәҡдим индерелде.

Шулай уҡ республикала дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы 2015 йылдың апрелендә Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының өсөнсө съезын үткәреү хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ойоштороу комитеты составы раҫланған, уға 2015 йылдың 1 мартына тиклем  әҙерлек саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

{podcenter}