Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.03.15

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуҙың дәүләт программаһы 22 процентҡа кәметелде

2013-2020 йылдарға «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу» дәүләт программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 22,2 процентҡа — 32 миллиард 649,5 миллион һумға тиклем кәметелде. Программаның үҙгәртелгән параметрҙары республика Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында урынлаштырылған.

Программа эшләгән осорҙа республика бюджеты сығымдары бынан алдараҡ күрһәтелгән 11,89 миллиард урынына 6,58 миллиард һумға тиклем кәметелә. Урындағы ҡаҙнаның торлаҡ-коммуналь хужалығына сығымдары планлаштырылған 25,81 миллиард урынына 8,75 миллиард һумға тиклем төшә. Бюджеттан тыш сығанаҡтар 42,67 миллиардтан 1,73 миллиард һумғаса кәмене. Ошо сығанаҡтарҙан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан (0,5 миллиард һум) һәм федераль бюджеттан (14,3 миллион) аҡса йәлеп ителә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

{podcenter}