Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.03.15

23 мартта Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башлана

23 марттан 24 апрелгә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башлана. Унда ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын уҡыусы ғариза биргән. БДИ-ны уҙған йылдарҙағы һәм быйылғы сығарылыш уҡыусылары бирәсәк.

Быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлдәргә бүленгән. 23 мартта база кимәлен вузға ингәндә математиканы юғары кимәлдә белеү талап ителмәгән сығарылыш уҡыусылары тапшыра. Башҡортостанда уны 38 кеше бирә. 26 мартта математиканы һәм ҡатнаш дисциплинаны һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҡулланырға ниәтләгән 76 кеше профилле имтихан тапшыра. 30 мартта рус теле буйынса БДИ үткәреләсәк, уны тапшырыуға 107 ғариза бирелгән.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо менән имтихандарҙы үткәреүҙең өс пункты билдәләнгән: Өфөлә — 58-се лицей, Октябрьскийҙа —  22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Стәрлетамаҡта —  1-се лицей, тип хәбәр итте Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.

Берҙәм дәүләт имтиханы барышын йәмәғәт күҙәтеүселәре, шул иҫәптән Башҡортостан Дәүләт имтихан комиссияһының федераль ағзалары күҙәтәсәк.

Имтихан урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.

 /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}