Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.04.15

Башҡортостанда 2018 йылға тиклем авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программа раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2015-2018 йылдарға Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһы раҫланды.

Дөйөм майҙаны 39,2 мең квадрат метрлыҡ авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙы һүтеү ҡаралған. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Мәләүез, Иглин һәм Туймазы райондарында дөйөм майҙаны 47,9 мең квадрат метрлыҡ яңы торлаҡ төҙөләсәк. Республикала йәшәүсе өс меңдән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

Программа сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 1,77 миллиард һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 1,45 миллиард һум — республика бюджетынан, 321 миллион урындағы бюджеттарҙан бүленгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

 
{podcenter}