Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.04.15

Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүе билдәләнә

Ғинуар-февралдә республикала халыҡ һаны 2229 кешегә кәмегән. Башҡортостанстат тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүҙе теркәгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ике ай эсендә төбәктә 8938 сабый тыуған — былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа кәмерәк. 9166 кеше вафат булған — 3,1 процентҡа күберәк. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 228 кеше тәшкил иткән. Башҡортостанда үлеүселәр һаны тыуыусылар һанынан 2,6 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса  — 12,8 процентҡа).

Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи үҫеше Татарстанда (590 кеше) һәм Удмурт Республикаһында (86) артҡан.

Рәсәйҙә үлемдең төп сәбәптәре — ҡан әйләнеше сирҙәре (Рәсәйҙә — 51,6 процент, Башҡортостанда — 40,2), яман һәм яман булмаған шештәр (14,6 һәм 10,9 процент), бәхетһеҙ осраҡтар, ағыуланыуҙар һәм йәрәхәтләнеүҙәр (Рәсәй һәм республика буйынса — 8,1 процент).

Ике ай эсендә төбәктә миграция ағымы күләме 41,1 мең осраҡ тәшкил иткән. 8,3 мең кеше республиканан ситкә киткән, 6,3 мең кеше Башҡортостанды даими йәшәү урыны итеп һайлаған. Миграция сальдоһы — кире: минус 2001 кеше.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

{podcenter}