Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.04.15

Республикала йәшелсәгә, еләк-емешкә, сырға һәм йомортҡаға хаҡтарҙың төшә

Март айынан Башҡортостанда йәшелсәгә, еләк-емешкә һәм ҡайһы бер һөт аҙыҡтарына хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты һуңғы дүрт аҙна дауамында хаҡтарҙың артыу динамикаһы кәмей башлауын билдәләй. Шул рәүешле хаҡтар тотороҡлана бара. Ғинуарҙа аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡтары индексы 104,5 процент булһа, март йомғаҡтары буйынса алдағы айға ҡарата 101,7 процент тәшкил иткән.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, үткән айҙан ҡыярға хаҡтар 20 процентҡа, томаттарға ете процентҡа төшкән, татлы борос — өс процентҡа, картуф бер процентҡа арзанайған. Һумдың нығыныуы еләк-емештәргә хаҡтарҙың кәмеүенә лә йоғонто яһаны. Мартта банан, виноград һәм әфлисунға хаҡтар өс процентҡа, алмаға ике процентҡа төштө. Һуңғы айҙа шәкәргә хаҡтың 1,6 процентҡа кәмеүе билдәләнә.

Йыл башынан һөт аҙыҡтарына хаҡтың артыуы күҙәтелә, айырыуса ҡаты сыр ҡиммәтләнгән. Әммә һуңғы айҙа хаҡтар ике процентҡа кәмей башлаған. Эремсек 6,7 процентҡа, һөт — биш, кефир — 1,6, аҡ май бер процентҡа артҡан.

Дәүләт комитеты белгестәре билдәләүенсә, ҡарабойҙайға бәйле хәл тотороҡланды. 13 апрелгә ҡарата ҡарабойҙай ярмаһына ҡулланыусылар хаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында 13-сө урынды биләй (иң ҡиммәтлеһенән иң арзанына тәртибендә).

Шуның менән бергә һыйыр итенә хаҡтарҙың күтәрелеүе күҙәтелә. Беренсе кварталда ул туғыҙ процентҡа артҡан. Сусҡа ите — өс, йылҡы ите — 19, һарыҡ ите 12 процентҡа ҡиммәтләнгән. Тауыҡ итенең — 1,5, йомортҡаның өс процентҡа арзанайыуы билдәләнә.

Йыл башынан балыҡҡа хаҡтар артты. Туңдырылған балыҡ — 12, ыҫланғаны өс процентҡа, тоҙло балыҡ 12,5 процентҡа ҡыйбатланған. Мартта республика баҙарын сифатлы һәм ҡиммәт булмаған балыҡ продукцияһы менән тәьмин итеү маҡсатында «Балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтары» темаһына сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойошторолдо.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/

 
{podcenter}