Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.08.16

Республикала Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа киң мәғлүмәт сараларында агитация башланды

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һайлау агитацияһы башланды. Кандидатлыҡҡа тәҡдим ителгәндән һуң Дәүләт Думаһындағы урындарға дәғүә итеүселәр листовкалар тарата, баннерҙар һәм плакаттар ҡуя башланы. Телевидение-радиола, ваҡытлы матбуғатта агитация һайлауға 28 көн ҡалғас башлана. Ул 17 сентябрҙә тамамлана, тип аңлатма бирҙеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында. Тауыш биреү көнөндә агитация үткәреү тыйыла.

Теркәлгән партияларҙың барыһы ла түләүһеҙ теле- һәм радиоэфирға, шулай уҡ баҫма майҙандарға хоҡуҡлы. Үҙәк һайлау комиссияһы эфир ваҡытын бүлеүгә йәрәбә ойошторҙо. Түләүле агитация партия һәм кандидаттарҙың һайлау фондынан финансланырға тейеш.

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй», «Рәсәй 24» телеканалдарында, «Юлдаш», «Спутник ФМ», «Рәсәй радиоһы», «Вести ФМ», «Маяк» радиоканалдарында түләүһеҙ эфир ваҡыты бирелде.

Тәүге дебаттар 22 августа Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы каналдарында «Хәбәрҙәр» программаһынан һуң башлана. «Рәсәй 24» телеканалында иһә 23 августа үтә.

Беренсе каналда дебаттар 29 августа көн һайын киске сәғәт 7-лә башлана һәм 46 минут дауам итә. Һәр сығарылышта дүртәр партия сығыш яһай.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
{podcenter}