Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.03.16

Рөстәм Хәмитов стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төбәктең ғилми берләшмә һәм Мәскәү «Сколково» идара итеү мәктәбе вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы өҫтөндә эш барышы тикшерелде, ул 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡабул ителергә тейеш.

– Стратегия объектив, ғилми яҡтан нигеҙләнгән, ошо ваҡытҡа төп йүнәлештәрҙе, республика власть органдарының аныҡ ғәмәлдәрен билдәләгән программа булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Стратегик планлаштырыуға объектив анализ, етди ҡараш көтөлгән һөҙөмтә бирер тип ышанам.

Республика Башлығы документ төбәк иҡтисадындағы ыңғай ҡаҙаныштарҙы нығытыуға йүнәлтелеүен билдәләне.

– Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, һуңғы биш йылда республика иҡтисадының һәйбәт ныҡлыҡ запасы булдырылған. Байтаҡ йүнәлештәр буйынса эштә динамика хас, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы. Эшлекле мөхит инвесторҙарҙы йәлеп итә. Хәҙер һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарға таянып оҙайлы үҫеш планын билдәләйәсәк документ кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

{podcenter}