Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.03.16

Башҡортостанда бюджетҡа һалымдар йыйыу артҡан

Башҡортостанда бюджетҡа һалымдар йыйыу һигеҙ процентҡа артҡан, быға инспекторҙарҙың эш сифатын яҡшыртыу һәм республика Хөкүмәтенең ҙур инвестициялар йәлеп итеүҙә, һалым түләүселәр менән эштә ярҙамы булышлыҡ иткән. Ведомствоның йомғаҡлау коллегияһы барышында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов ошо хаҡта хәбәр итте.

Былтыр һалымсылар 266 миллиард һумдан ашыу йыйған, шуларҙың 112 миллиарды республика ҡаҙнаһына йүнәлтелгән. Мөлкәт һалымы буйынса керемдәр 16,4 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, өҫтәүенә һалым түләүселәр 14,16 миллиард һум түләп еткермәгән. Бурысты түләтеү — ведомствоның айырым эше, тип билдәләне Марат Вәхитов. Уҙған йылда бурысты хәл итеү һөҙөмтәһендә 18,6 миллиард һум ҡапланған.

Идаралыҡ етәксеһе хеҙмәткәрҙәренең эш сифатын юғары баһаланы.

«Ведомствоға бюджетҡа йыйымдарҙың ыңғай динамикаһын һаҡлау бурысы ҡуйылған. Яңы технологиялар индереү һәм аналитиканы көсәйтеү эш сифатын үҫтерергә ярҙам итәсәк», — тип йомғаҡ яһаны Марат Вәхитов.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.
{podcenter}